11 декабрь, Йәкшәмбе

11 сентябрь 2014 йыл, 11:32

Башҡортостан башлығы: «Төбәк-ара хеҙмәттәшлекһеҙ тиҙ хәрәкәт итә алмаясаҡбыҙ»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 10 сентябрҙә Дүшәнбелә (Тажикстан Республикаһы) Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Эшлекле советының идараһы ултырышында сығыш яһаны.

Республика башлығы үҙ сығышының темаһы – ул төбәк-ара хеҙмәттәшлек булыуын билдәләне.

— Был, ҙур потенциалға эйә, әммә әлеге тулы күләмдә тормошҡа ашырылмаған, һеҙҙең менән беҙҙең эшебеҙҙең иң мөһим йүнәлештәренең береһе тип иҫәпләйем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн төбәктәрҙең хеҙмәттәшлек мәсьәләләре беҙ теләгәнсә киң ҡаралмай. «В2B» — «бизнес менән бизнес», «G2G» — «хөкүмәт менән хөкүмәт» форматтары бар. Төбәк-ара хеҙмәттәшлек юҡ йәки ул бик бәләкәй.

Башҡортостан башлығының фекере буйынса, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы «аяғында ныҡлы баҫып тора».

— Һуңғы 70 йылда көнсығыш йүнәлеше Рәсәй өсөн тышҡы сәйәсәттең иң мөһим өҫтөнлөктәренең береһе булып иҫәпләнде. Килеп сыҡҡан хәлдә ШОС илдәре менән тигеҙ хоҡуҡлы, үҙ-ара отошло нигеҙҙә үҫешеү мөһим әһәмиәткә әүерелә. Әгәр дәүләттәребеҙҙең етәкселәре кимәлендә даими эш барһа, төбәктәр кимәлендә бындай эш ғөмүмән юҡ тиерлек. Һуңғы ваҡытта был мәсьәлә менән тығыҙыраҡ шөғөлләнә башланыҡ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Ул ултырышта ҡатнашыусыларға «R2R» — «төбәк менән төбәк» форматын, нәҡ горизонталь интеграцияны төҙөү форматын ҡарарға тәҡдим итте.

— Тормош үҙе сауҙа-иҡтисад мөнәсәбәттәре өлкәһендә төбәк кимәлендә дәүләттәр-уҙаҡташтар хеҙмәттәшлегенә йүнәлтелгән программаларҙы ғәмәлгә ашырыу, төбәк-ара кластерҙар булдырыу, төрлө-төрлө күп мәсьәләләрҙе күмәкләп хәл итеү өсөн берләшмәләр һәм ассоциациялар ойоштороу бурысын ҡуя. Беҙҙең республика Рәсәйҙең тышҡы иҡтисади сәйәсәт контексында халыҡ-ара уҙаҡташлыҡты үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Ҡаҙағстан, Белорусь – Евразия иҡтисади союзы буйынса Рәсәйҙең уҙаҡташ-илдәре менән мөнәсәбәттәрҙе әүҙем үҫтерәбеҙ. Бөгөн Рәсәй-Ҡаҙағстан сауҙаһының 70 проценты тап төбәк-ара бәйләнештәргә тура килә. Беҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән эш итеү тәжрибәһенә эйә. Ҡытай Халыҡ Республикаһы Янцзы йылғаһының үрге һәм урта ағымы төбәктәре менән Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында хеҙмәттәшлекте ойоштороуҙа ыңғай тәжрибәбеҙ бар. 2012 йылдан алып Башҡортостан Һиндостан, Бразилияның төбәк уҙаҡташтары менән тығыҙ эш алып бара. Беҙҙең ҡарауға, шундай уҡ эш ШОС һәм БРИКС илдәре менән дә һөҙөмтәле буласаҡ. Ҡытай менән эш тап шундай хеҙмәттәшлектең нығыраҡ һөҙөмтә биреүен дәлилләй, — тине Башҡортостан башлығы. Уның фекере буйынса, «төбәк-ара хеҙмәттәшлекһеҙ тиҙ хәрәкәт итә алмаясаҡбыҙ»

Стенограмма менән тулыһынса БР Президентының рәсми сайтында танышырға мөмкин.