4 декабрь, Йәкшәмбе

11 сентябрь 2014 йыл, 11:59

Рөстәм Хәмитов Дүшәнбелә Тажикстандың Премьер-министры Кохир Рәсулзада менән осрашты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 10 сентябрҙә Дүшәнбелә (Тажикстан Республикаһы) Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың Тажикстан Республикаһы Премьер-министры Кохир Рәсулзада менән осрашыуы уҙҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Кохир Рәсулзаданың фекере буйынса, Тажикстан менән Башҡортостандың «бергәләп эшләй, уртаҡ предприятиелар булдыра алырлыҡ күп кенә мәсьәләләре бар. Был ике яҡҡа ла файҙа килтерәсәк». Ул, Өфөлә үтәсәк, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының киләһе саммитын республиканың «бик юғары кимәлдә» уҙғарыуына ышаныс белдерҙе, шулай уҡ Башҡортостан етәксеһенә «Өфөлә Тажикстандың генераль консуллығына күрһәтелгән булышлығы өсөн» рәхмәт әйтте. «Ул беҙҙең өсөн бик мөһим. Был ярҙамығыҙҙы баһалайбыҙ», тип билдәләне Тажикстан Республикаһы Премьер-министры.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан делегацияһының Тажикстанға бер нисә маҡсат менән килеүен билдәләне.

— Беренсенән. Шанхай хеҙмәттәшлек илдәрен ҡабул итеү юҫығында нисек эшләүегеҙҙе ҡарайһы бар. Өйрәнерлек урындар байтаҡ. Барыһы ла яҡшы итеп ойошторолған. Минең хеҙмәттәштәрем бөтә нимәне тиерлек: ҡунаҡтарҙың ҡайҙа урынлашыуын, нисек ҡаршы алыуҙарын, саммиттарҙың ҡайҙа уҙасағын теркәп бара. Был беҙҙең өсөн яҡшы мәктәп. Бик ҙур рәхмәт. Икенсенән. Моғайын, ул иң мөһим һорауҙыр. Иҡтисадта мөнәсәбәттәребеҙҙе көсәйтергә теләйбеҙ. Ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса ғына түгел. Рәсәй Федерацияһын һәм Башҡортостанды емеш-еләк, йәшелсә менән тәьмин итеү йүнәлеше буйынса ғына түгел. Берләштерелгән предприятиелар булдырыу тураһында уйлаштырырға теләр инек. Тажикстан һәм Башҡортостан бизнесы араһында әйләнеш 65 миллион доллар тәшкил итә. Ул күп түгел. Бындай эшмәкәрлекте арттырырға мөмкин булған урындарҙы ҡарарға кәрәк. Беҙҙә ҡыҙыҡлы предприятиелар; авиация, вертолет, машина эшләү кеүек продукциялар бар, — тине республика башлығы.