6 декабрь, Шишәмбе

11 сентябрь 2014 йыл, 10:49

Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстанда I Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының асылыуында ҡатнашты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 9 сентябрҙә Рөстәм Хәмитов, Чолпон-Ата ҡалаһында (Ҡырғыҙстан Республикаһы) Ысыҡкүл ярында уҙғарылған, I Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының асылыуында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Быйыл Уйындар тәүге тапҡыр уҙғарыла. Биш көн дауамында Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Монголия, Ҡырғыҙстан, АҠШ, Көньяҡ Кореянан һәм Рәсәйҙең ун төбәгенән спортсылар туғыҙ төрлө милли спорт уйындарында ярышасаҡ.

Рәсәй йыйылмаһы составында Башҡортостандың ете спортсыһы сығыш яһай. Улар билбауҙа милли көрәш уйынында призлы урындарға көрәшә.

— Миңә бөтә нәмә лә бик оҡшай, бөтә лайыҡлы, — тине Рөстәм Хәмитов, Уйындарҙы асыу тантанаһында. — Уртаҡ тамырҙарға эйә булған күсмә халыҡтар йыйылһын, осрашһын, милли спорт төрҙәрендә ярышһын өсөн Бындай Уйындарҙы үҙебеҙҙә Башҡортостанда ла үткәрһәк яҡшы булыр ине тип уйлайым. Был бик ҡыҙыҡлы, дөрөҫ, яҡшы идея.