9 декабрь, Йома

11 сентябрь 2014 йыл, 10:20

Республикала йән башына уртаса аҡсалата килем артты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 10 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышы уҙҙы.

— Өс яҡлы килешеүҙең 190 йөкләмәһенән бөтәһе лә тиерлек үтәлгән. Ун өс пункт тулы күләмдә үтәлеп бөтмәгән һәм уларҙы йыл һуңына тиклем тамамларға кәрәк, — тип билдәләне премьер-министр урынбаҫары – комиссия координаторы Лилиә Ғүмәрова.

Ул шулай уҡ, тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса республика халҡының йән башына уртаса аҡсалата килем 22153 һум тәшкил итте һәм уҙған йылдың ярашлы осоро менән сағыштырмаса, уртаса Рәсәй кимәлен 1,4 процент пунктына уҙып, 8,3 процентҡа артты, тип хәбәр итте.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала йәшәү минимумы күләменән түбәнерәк аҡсалата килем алған халыҡ өлөшө 2013 йылда, 2012 йылдағы кеүек, 10,3 процент тәшкил итә, ул РФ күрһәткестәренән яҡшыраҡ (РФ-ла – 11,1 процент).

Дөйөм эшһеҙлек кимәле йыл башынан алып 5,8-ҙән 4,9 процентҡа тиклем (Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса), теркәлгән эшһеҙлек кимәле – 1,2-нән 1,1 процентҡа тиклем, көсөргәнешлек коэффициенты – 0,8-ҙән 0,5-кә тиклем (Рәсәй Федерацияһында шулай уҡ – 0,5) түбәнәйгән.

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының прогноздары буйынса, республика төбәк тулайым продуктының үҫеш темптары 2014 йылда максималь тотҡарлыҡ нөктәһенән һуң (һуңғы йылдарҙағы көсөргәнешле үҫеш фонында) 2015 йылда 102,2 проценттан 2017 йылда 103,6 процентҡа тиклем артасаҡ.

Дөйөм алғанда, иҡтисадсыларҙың фекере буйынса, республика иҡтисадының үҫеш динамикаһы уртаса Рәсәй кимәленән юғарыраҡ урынлашасаҡ. Тулайым төбәк продуктының күләме 2015 йылда 1,4 триллион һумдан 2017 йылда 1,6 триллион һумға тиклем үҫәсәк.

Уртаса айлыҡ эш хаҡы 2014 йылда 23,9 мең һумдан 30,5 мең һумға тиклем артасаҡ. Уҙған йыл (22,4 мең һум) менән сағыштырмаса үҫеш 37 процент тәшкил итәсәк.