8 декабрь, Кесе йома

11 сентябрь 2014 йыл, 9:41

Башҡортостан финанстар менән юғары сифатта идара итеүсе төбәктәр иҫәбенә инде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының төбәк финанстары менән юғары сифатта идара итеүсе субъекттары иҫәбенә инде. Был, РФ Финанс министрлығы тарафынан ойошторолған, 2013 йылға ғәҙәттәге мониторинг һөҙөмтәләре.

Республика Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, Башҡортостан рейтингтың юғары баҫҡысын икенсе йыл рәттән биләй. Баһалама сығарғанда бюджетты планлаштырыу, бюджетты үтәү, бурыс йөкләмәләре, дәүләт милке менән идара итеү һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сифаты, муниципаль берәмектәр менән финанс бәйләнештәр һәм бюджет процесының асыҡлыҡ кимәле иҫәпкә алына. Быйыл үрҙә һанап кителгән критерийҙарға шулай уҡ РФ Президентының майҙағы указдарын үтәүҙе күрһәтеүсе индикатор өҫтәлгән.

Башҡортостан менән бергә юғары баһаға тағы ла 22 төбәк лайыҡ булған. Рейтингтың икенсе баҫҡысында – төбәк финанстары менән тейешле сифатта идара иткән 54 төбәк, ҡалған алтауҙа (Ҡарасай-Черкес, Дағстан, Ингушетия, Мордовия, Тыва һәм Чукотка автономиялы округы) идара итеү сифаты түбән тип танылған.