Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

«Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны Дәүләкән районына күсте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республика марафоны символы – Мәҙәниәт йылы эмблемаһы менән штандарт Әлшәй районынан Дәүләкәнгә күсте.

Аҙна дауамында Дәүләкән районы ҡалаһында һәм ауыл биләмәләрендә байтаҡ саралар: «Йәштәр күҙлегенән донъя» йәштәрҙең  үҙешмәкәр ижады фестивале, крайҙы өйрәнеү конференцияһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың 85 йыллығына арналған тантаналар уҙғарыласаҡ.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, марафондың беренсе көнөндә ҡаланың үҙәк майҙанында «Көҙгө мозаика» байрамы уҙҙы. Программаға ауыл хужалығы йәрминкәһе, «Көҙ королеваһы» конкурсы, художестволы үҙешмәкәрлек концерты, төрлө оҫталыҡ кластары, шулай уҡ еңел атлетика кросы һәм шахмат буйынса турнир инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть