9 декабрь, Йома

10 сентябрь 2014 йыл, 16:38

Башҡортостан умартасылары «Бал ҡорто туйы-2014»кә йыйыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылында 13 сентябрҙә «Бал ҡорто туйы-2014» умартасылар съезы уҙасаҡ.

Съезды «Башҡортостан умартасылары» төбәк йәмғиәте ойоштора. Быйыл «Бал ҡорто туйы»нда  Татарстан, Ырымбур, Һамар, Ярославлдән вәкилдәр, шулай уҡ БР Фәндәр академияһы ағзалары ҡатнашасаҡ. 50-ләп кеше теркәлгән.

Профессиональ слетта миҙгелгә йомғаҡ яһау, уның ябылышын билдәләү, һөҙөмтәләр һәм яңы асыштар менән уртаҡлашыу күҙаллана. Шулай уҡ ғәҙәти бал һәм балдан эшләнгән эсемлектәр конкурсы уҙғарыласаҡ.