8 декабрь, Кесе йома

10 сентябрь 2014 йыл, 15:54

Рәсәйҙә йәшәй минимумы 6,6 процентҡа артты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дөйөм Рәсәй буйынса йән башына йәшәү минимумы күләме 2014 йылдың II кварталында 8192 һум күләмендә раҫланды, эшкә яраҡлы халыҡ өсөн – 8834 һум, пенсионерҙар өсөн – 6717 һум, балалар өсөн – 7920 һум тәшкил итә. Тейешле ҡарар Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән.

Йәшәү минимумын билдәләү социаль сәйәсәт һәм программалар әҙерләгәндә һәм тормошҡа ашырғанда ил халҡының йәшәү кимәлен билдәләү, эш хаҡы, стипендиялар, пособиелар һәм башҡа социаль түләүҙәр кимәленең минималь күләмен, шулай уҡ федераль бюджетты формалаштырыуҙа федераль кимәлдә раҫлауҙы нигеҙләү өсөн тәғәйенләнгән.

Йәшәү минимумы ҡулланыу кәрзине һәм аҙыҡ-түлеккә, көнкүреш тауарҙарына һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтарының кимәле тураһындағы Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәре нигеҙендә иҫәпләнә.

2014 йылдың II кварталында кеше башына йәшәү минимумы күләме 2014 йылдың I кварталы менән сағыштырғанда 6,6 процентҡа, эшкә яраҡлы халыҡ өсөн – 6,7 процентҡа, пенсионерҙар өсөн – 6,5-кә, балалар өсөн – 6,3 процентҡа артҡан.