3 декабрь, Шәмбе

10 сентябрь 2014 йыл, 15:22

Республикала эконом торлаҡтың квадрат метры 34 мең һумдан артмаясаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Эконом торлаҡтың бер квадрат метрына яҡынса хаҡ 31-34 мең һум күләмендә билдәләнгән. Бының тураһында БР Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш буйынса комитет ултырышында Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров хәбәр итте.

— Эконом торлаҡ төҙөү өсөн Өфө районында өс ер участкаһы һайланған, — тип хәбәр итте Камил Мансуров. — Граждандар өсөн торлаҡтың хаҡын түбәнәйтеү маҡсатында ғәҙәттәге аукциондар урынына «голланд» аукциондары механизмы ҡулланыласаҡ.

Бындай аукционды үткәреү механизмының үҙенсәлеге – эконом торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡын түбәнәйтеү.

Башҡортостан Хөкүмәте Өфө районында 9–12 мең кешегә иҫәпләнгән эконом класлы 3 000 таун-хаус төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырырға ниәтләнә.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ