4 декабрь, Йәкшәмбе

10 сентябрь 2014 йыл, 14:41

Башҡортостанда Тажик мәҙәниәте көнө уҙҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Мәҙәниәт йылы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында Тажик мәҙәниәте көнө уҙҙы. Ойоштороусылар – «И.Сомони исемендәге тажик милли-мәҙәни үҙәк» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә БР Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Аксаков исемендәге Мәҙәниәт һәм ял итеү баҡсаһында сағыу төҫтәр менән биҙәлгән майҙансыҡта байрам программаһы ойошторолдо. Сараның тантаналы өлөшөндә билдәләнгәнсә, Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт дуҫ, татыу килешеп йәшәй. Улар араһында 2010 йылда халыҡтың иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы республикала 4000-дән ашыу тажик йәшәй. Улар күп кенә эшмәкәрлек өлкәләрендә һәм етештереү тармаҡтарында эшләй.

Байрам программаһында үҙҙәренең музыкаль номерҙарын Р.Нуриев исемендәге Өфө хореография колледжы уҡыусылары, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, шулай уҡ «Элем» сыуаш вокаль ансамбле, иллюзионист Аргам Манукян, йырсы Шобухор Азизмамадов тәҡдим иттеләр. Тантана ҡунаҡтары алдында халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары – «Нур» Өфө дәүләт татар театры актрисаһы Лина Ғәниева, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Валентина Суходоева һәм башҡа артистар сығыш яһаны.

Бынан тыш, байрамға килгәндәр тажик милли аш-һыуынан – былауҙан һәм шашлыҡтан ауыҙ итә алды.

Билдәләп үтергә кәрәк, байрам Тажикстан Республикаһының Дәүләт бойондороҡһоҙлоғо көнө алдынан уҙҙы, ул йыл һайын 9 сентябрҙә билдәләнә. Дүшәнбелә ғәҙәттәгесә Тажикстандың бойондороҡһоҙлоғона арналған парад үтә.