8 декабрь, Кесе йома

10 сентябрь 2014 йыл, 8:58

Башҡортостан башлығы Бешкәктә Ҡырғыҙстандың Пермьер-министры Джоомарт Оторбаев менән осрашты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 8 сентябрҙә Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ҡырғыҙстан Республикаһының баш ҡалаһы Бешкәккә барып етте. Хөкүмәт Йортонда Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың Ҡырғыҙстандың Пермьер-министры Джоомарт Оторбаев менән осрашыуы уҙҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәте.

Республика башлыҡтары, Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан араһында булған, төбәктәрҙең хеҙмәттәшлегенә ҡағылған бер төркөм мәсьәләне тикшерҙе. Һүҙ ике төбәк араһында мәҙәни алмашыу һәм иҡтисади бәйләнештәр өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында барҙы.

— Беҙҙә мәҙәни-гуманитар йүнәлеш үҫешә ала, бик әүҙем диаспора бар, уларҙың пландары, идеялары байтаҡ. Был юҫыҡта ошо компонентты ла ҡарарға тәҡдим итер инек, — тип билдәләне Ҡырғыҙстандың Премьер-министры Джоомарт Оторбаев. – Башҡортостан предприятиеларының минераль ашламалар, нефть продукттары буйынса потенциалын иҫәпкә алғанда, беҙ республикағыҙ менән тура бәйләнештәребеҙҙе тәрәнәйтеүҙә ҡыҙыҡһынабыҙ, унан да бигерәк Ҡырғыҙстандың Таможня союзына инеүе менән бәйле мөмкинлектәребеҙ ярайһы уҡ киңәйә. Берҙәм иҡтисади киңлек, тауар һәм хеҙмәттәрҙе пошлинаһыҙ индереү мөмкинлеге буласаҡ, шул юҫыҡтан интеграцион берләшмәгә ингәндән алып ағымдағы йылдың аҙағына тиклем ғәмәлгә ашыра алырлыҡ потенциалды ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Был иҡтисади бәйләнештәребеҙҙе нығыраҡ яҡынайтасаҡ. Бында инвесторҙарҙың продукцияларын етештерергә һәм Таможня союзына ингән бөтә илдәрҙең бик күләмле баҙарына уны сығарырға мөмкин тип фараз итергә була. Беҙҙә Таможня союзы илдәре менән сағыштырмаса етештереүҙең үҙҡиммәте күп тапҡырға түбәнерәк, ә баҙарға сығыу юлы берҙәм. Шулай уҡ граждандарҙың сәфәргә йөрөүҙәрен, туризмды, мәҙәни йүнәлеште ҡарарға, Мәҙәниәт көндәрен уҙғарыу тураһында уйлаштырырға мөмкин.

— Дөйөм алғанда сәфәребеҙ аныҡ сифатҡа эйә. Беҙҙең бизнес вәкилдәре бында килеп ҡайтты, улар миңә бәйләнештәр булдырыу мөмкин булған тармаҡтарҙы атаны: ул ауыл хужалығында, машина эшләүҙә, – тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. — Бында берләштерелгән эшмәкәрлекте башлау өсөн территорияғыҙға предприятиеларыбыҙҙың «форпостарын» урынлаштырыу тураһында уйлайбыҙ.

— Билдәле бер ҡорамалдар йыйыу, республикағыҙға бер төркөм компетенцияларҙы күсереү буйынса етди тәҡдимдәребеҙ бар. Килешеү төҙөү тураһындағы тәҡдимегеҙҙе хуплайым. Үҙ-ара эш итә алырлыҡ йүнәлештәребеҙ байтаҡ. Беҙҙе ауыл хужалығы, мәҫәлән, һеҙҙән емеш-еләк, йәшелсә культураларын килтереү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Уртаҡ сауҙа-логистик үҙәктәр булдырыу тураһында уйлаштыра алабыҙ. Беҙҙең тышҡы сауҙа күләмдәре үҫә бара. Былтыр улар ике тапҡырға тиерлек артты. Быйыл да һандарҙың яҡшы булыуына ышанам, — тип өҫтәне Башҡортостан етәксеһе.