8 декабрь, Кесе йома

10 сентябрь 2014 йыл, 10:57

Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Республикаһы Президенты Алмазбек Атамбаев менән осрашты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 9 сентябрҙә Чолпон-ате ҡалаһында (Ҡырғыҙстан) Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән Ҡырғыҙстан Республикаһы Президенты Алмазбек Атамбаевтың осрашыуы уҙҙы. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында иҡтисад һәм гуманитар өлкәлә Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһында хеҙмәттәшлек перспективалары өйрәнелде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ҡырғыҙстан Республикаһының баш ҡалаһы Бешкәккә 8 сентябрҙә барып етте. Шул уҡ көндө Башҡортостан етәксеһе Ҡырғыҙстан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты, шулай уҡ Ҡырғыҙстандың эшлекле даирәһе өсөн Башҡортостан Республикаһының презентацияһы уҙҙы.

Белешмә: 2013 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан араһында тауар әйләнеше 224,2 миллион доллар тәшкил итте, шул иҫәптән экспорт – 223,8 миллион доллар, импорт – 0,4 миллион доллар. Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләмендә Ҡырғыҙстан Республикаһы 1,5 процент сағыштырма ауырлығы менән 21-се урынды биләй. Башҡортостан Ҡырғыҙстанды нефть продукттары (дөйөм экспорт күләменән 94,5 процент); Ҡырғыҙстан Башҡортостанды – электр лампалары (дөйөм импорт күләменән 51 процент); кизе сүс (28,2 процент), ҡырҡылған йөн (18,1 процент), кишер (2,8 процент) менән тәьмин итә.

2013 йылда Ҡырғыҙстан Республикаһынан Башҡортостан иҡтисадына 1,7 миллион АҠШ доллары күләмендә инвестициялар ингән. 2014 йылдың ғинуарындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостан территорияһында Ҡырғыҙстан капиталы менән булдырылған һәм күмәртәләп сауҙа, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүл булған дүрт предприятие эшләй.