Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бешкәктә Башҡортостандың презентацияһы үтте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

8 сентябрҙә Бешкәктә Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында Ҡырғыҙстандың эшлекле даирәһе өсөн Башҡортостан Республикаһының презентацияһы уҙҙы.

— Беҙ үҙ-ара оҡшашбыҙ. Менталитет яғынан, үҙебеҙҙең эшләргә: сауҙа итергә, индустрияны күтәрергә тырышыуыбыҙ менән оҡшашбыҙ. Ул Башҡортостанда һаҡланып ҡалған, ә бына беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны юғалтҡанбыҙ. Нисек килешеүебеҙгә ҡарап, шулай бергәләп эшләйәсәкбеҙ, — тип билдәләне үҙ сығышында Ҡырғыҙстан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Марат Шаршекеев.

Билдәләп үтергә кәрәк, был Башҡортостан делегацияһының Ҡырғыҙстан Республикаһына тәүге рәсми сәфәре. Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, Башҡортостан Республикаһы Ҡырғыҙстандың бизнес-берләшмәһе менән бер төркөм эш бәйләнештәрен көйгә һалырға ниәтләнә.

— Беҙ иҡтисади мөнәсәбәттәребеҙҙе үҫтерергә тейеш. Бөгөн, Ҡырғыҙстан Премьер-министрында булып, 2-3 ай эсендә эшмәкәрлегебеҙҙең бөтә йүнәлештәрен өйрәнерлек, уртаҡ эшсе төркөм булдырыу кәрәклеге мәсьәләһен тикшерҙек. Төркөм был өлөштә бер-береһе менән эшләйәсәк кешеләрҙе билдәләйәсәк. Эшмәкәрлек планын әҙерләп, уны тормошҡа ашыра башларға кәрәк, — тине Башҡортостан башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть