Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала пенсионерҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

11 сентябрҙә Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә пенсия алды һәм пенсия йәшендәге граждандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙасаҡ. Тәҡдим ителәсәк эш урындары иҫәбендә – уҡытыусы, кадрҙар буйынса белгес, ашнаҡсы, шәфҡәт туташы, тәрбиәсе, котролер, вахтер, лифтсы, һауыт-һаба йыуыусы. Эш биреүселәр менән шулай уҡ видеоәңгәмә режимында ла аралашырға мөмкин буласаҡ. Йәрминкә иртәнге ундан алып сәғәт 12-гә тиклем Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үтәсәк. Мәшғүллек үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть