9 декабрь, Йома

09 сентябрь 2014 йыл, 16:32

БР Милли китапханала яҙыусы Суфиян Поварисов менән осрашыу уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов менән осрашыу уҙасаҡ.

Сара билдәле әҙәбиәтсенең 90 йәшлек юбилейына арналған. Суфиян Поварисов – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Кисәне башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлеге ойоштора. Бүлек мөдире Айгөл Буранғолова хәбәр итеүенсә, сараға яҙыусының дуҫтары, ҡәләмдәштәре, Башҡорт дәүләт университеты студенттары, уҡыусылар саҡырылған.

Осрашыу 15 сәғәттә башлана.