11 декабрь, Йәкшәмбе

09 сентябрь 2014 йыл, 15:59

280 урынлыҡ заманса балалар баҡсаһы Нефтекамала асылды

фото: БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 280 урынлыҡ «Зөбәржәт ҡала» исемле 33-сө балалар баҡсаһы бөгөн, 9 сентябрҙә, Нефтекамала асылды. 1986 йылда төҙөлгән, мәктәпкәсә учреждение 1990-сы йылдарҙа 13-сө башланғыс мәктәп филиалына тапшырыла. Әммә тыуым артыу сәбәпле былтыр ике ҡатлы бинаны балаларға ҡайтарырға ҡарар итәләр.

Балалар баҡсаһы мөдире Эльмира Мөнированың әйтеүе буйынса, балалар баҡсаһы иң алдынғы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған: бында тоҙ шахтаһы, релаксация бүлмәһе бар, кер йыуыу бүлмәһендә кер йыуыу машиналары менән заманса киптергес ҡуйылған.

— Иртәгә был балалар баҡсаһына киләсәк балалар өсөн ҡыуанырға ғына ҡала, — тип билдәләне мәктәпкәсә учреждениены ҡарау барышында БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. — Уларҙы уңайлы, яҡты, матур итеп йыһазландырылған төркөмдәр көтә. Һәм шуныһы мөһим, балалар баҡсаһы ҡалаға яңы 58 эш урыны бирәсәк.

Нефтекама хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитов һөйләүенсә, 2011 йылда балалар баҡсаларына сиратта дүрт мең бала тора ине. Дүрт яңы балалар баҡсаһы төҙөүгә һәм өс мәктәпкәсә учреждениены үҙгәртеп ҡороуға күрә бөгөн был мәсьәлә тулыһынса хәл ителде.

— Әлеге ваҡытта путевкаларҙы өс йәшкә тиклемге балалар ғына көтә. 25-се яңы биҫтәлә тағы ла бер яңы балалар баҡсаһы төҙөлөп ята, — тип хәбәр итте Шамил Хәлитов. — 2014 йылда Нефтекамала мең ярым бала тыуҙы, ул уҙған йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыштырмаса 160-ҡа күберәк.

Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Ленара Иванова хеҙмәт баҙары һәм кадрҙар сәйәсәтенә арналған түңәрәк өҫтәл эшендә ҡатнаша. Сара Нефтекама машина эшләүселәр колледжында бара.