8 декабрь, Кесе йома

09 сентябрь 2014 йыл, 14:51

Өфө йылытыу миҙгеленә әҙерлек Паспортын алды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә 9 сентябрҙә алдағы йылытыу миҙгеленең әҙерлек Паспортына ҡул ҡуйылды. Бының тураһында баш ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов хәбәр итте.

— Бөгөнгө көнгә, уҙған йылытыу миҙгелендә асыҡланған, инженер ҡорамалдары эшендәге боҙолоуҙар бөтөрөлгән. Йылытыу селтәре ремонтланған, авария хеҙмәттәре кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, юлдар һәм махсус техника йүнәлтелгән, — тип билдәләне беренсе вице-мэр.

Уҙған йылдарҙағы кеүек, биш көн рәттән һауа температураһы плюс 8 градустан түбән торған осраҡта йорттарға һәм социаль объекттарға үҙәкләштерелгән йылы биреләсәк. Шуға ҡарамаҫтан, өфөләр йылы бирә башлау тураһындағы муниципаль акттың ҡабул ителеүен көтмәһәләр ҙә була. Йорттарға йылы идара итеүсе кампанияларҙың заявкаһы буйынса милекселәрҙең дөйөм йыйылыштағы ҡарарына ярашлы бирелә.