6 декабрь, Шишәмбе

09 сентябрь 2014 йыл, 12:47

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә Башҡортостанға федераль субсидиялар күләме 1 миллиард һумдан артты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» ярҙамсы программаны тормошҡа ашырыуға Башҡортостанға федераль субсидиялар күләме 410 миллиондан 1 миллиард 146 миллион һумға тиклем арттырылған. Рәсәй Хөкүмәте «Иҡтисади үҫеш һәм инновацион иҡтисад» дәүләт программаһы сиктәрендә төбәктәргә субсидиялар бүлеүҙә үҙгәрештәрҙе раҫланы. 2014 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы 20 миллиард һумдан ашыу ҡаралған.

Мартта министрҙар кабинеты Рәсәй Федерацияһында теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының төбәк территорияһында теркәлгән һаны менән сағыштырма ауырлығына ярашлы 18 миллиард һум самаһы бүлгән.

Яңы документ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамын күрһәтеү буйынса сараларҙы финанслауға Федерация субъекттарының конкурс заявкаларын ҡарау һөҙөмтәләре буйынса субсидиялар бүлеүҙә үҙгәрештәрҙе раҫлай.

Бынан тыш, монопрофилле муниципаль берәмектәрҙә халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү буйынса сараларға алынмай ҡалған субсидияларҙы беренсе тәртиптә бүлеү ҡаралған.

Раҫланған субсидиялар Федерацияның 82 субъекты араһында бүленгән.

Ҡабул ителгән ҡарар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүсе төбәк программаларының капиталлаштырыуын, финанс ярҙам күрһәтеләсәк ойошмаларҙың һанын арттырға йоғонто яһаясаҡ. Атап әйткәндә, уға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ингән.