8 декабрь, Кесе йома

09 сентябрь 2014 йыл, 11:38

Әлшәй районында «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны бара

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәҙәниәт йылына арналған, «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республика марафоны Әлшәй районында бара.

Марафон эстафетаһын әлшәйҙәр күрше шишмәләрҙән ҡабул итте, тип хәбәр итә республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Раевка ауылының төп майҙанында ҡунаҡтарҙы һәм тамашасыларҙы «Тыуған ер хозурлығы» сәскәләр байрамы – милли костюмдар төрлөлөгө, йәйғорҙың бөтә төҫтәрен йыйған биҙәкле балаҫтар, урыҫ һәм украин ихаталарының күңелле йәрминкәләре, башҡорттарҙың байрам тирмәһе ҡаршы алды. «Дарман» ирҙәр хор ансамбле һәм «Биҙәктәр» өлгөлө хореографик ансамбле башҡарыуында райондың гимны – Наил Шәймәрҙәновтың «Минең Әлшәй» йыры яңғыраны.

Марафон штандартын тапшырыу тантанаһында Әлшәй һәм Шишмә райондары хакимиәттәре башлыҡтары Дамир Мостафин һәм Флүр Уразмәтов, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Байрас Ишбердин ҡатнашты.

Байрамды көҙгө байлыҡ, мәктәп, балалар баҡсаларының ҡул эштәре, эшҡыуарҙарҙың һәм аграрийҙарҙың продукциялары йәрминкәһе дауам итте.

Мәҙәни марафон орбитаһына шулай уҡ үҙәк китапханалағы Башҡортостандың халыҡ шағирының 95 йыллығына арналған «Мостай Кәрим — яугир, шағир, граждан» ижад кисәһе, социаль-мәҙәни үҙәктәге рәссам Фәнил Шаймөхәмәтовтың картиналарының, башҡорт балаҫы һәм Әлшәй районы ҡул эштәренең күргәҙмәләре инәсәк.

Мәҙәниәт йылы символы Әлшәй районында 10 сентябргә тиклем буласаҡ, унан һуң эстафета күрше Дәүләкән районына юлланасаҡ.