6 декабрь, Шишәмбе

09 сентябрь 2014 йыл, 10:52

Башҡортостанда 2014 йылдағы һайлауҙарға журналистарҙы аккредитлау башланды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда ваҡытынан алда республика Президенты һайлауҙарын яҡтыртыуға киң мәғлүмәт сараларын аккредитлау башланды. Тауыш биреү көнөнә тиклем биш көн ҡалды.

БР Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге 2014 йылдың 14 сентябрендә Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, 601-се бүлмәлә 8 сәғәттән алып 21 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Аккредитлауға заявкала киң мәғлүмәт сараһы атамаһын, журналистың фамилияһы, исемен, атаһының исемен, уның бәйләнеш телефондарын һәм электрон почта адресын яҙырға кәрәк.

Заявкалар электрон почта буйынса ҡабул ителә: pressa@cikrb.ru (матбуғат киң мәғлүмәт саралары), Larisa@cikrb.ru  (телерадиотапшырыуҙар ойошмалары, мәғлүмәт агентлыҡтары, селтәр баҫмалары).

Акредитлау 2014 йылдың 11 сентябрендә 17 сәғәткә тиклем уҙғарыла. Бәйләнеш өсөн телефондар: (347) 218-11-14, 218-11-15.

темалар: һайлауҙар-2014