6 декабрь, Шишәмбе

09 сентябрь 2014 йыл, 10:06

Республикала көслө дауылдан зыян күргәндәргә яңы йорттар төҙөлә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда 29 августа көслө дауылдан зыян күргән райондарҙа яңы йорттар төҙөлә. Стихия эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың төньяҡ-көнбайышында 36 йорт һалына башланған. Яңауыл һәм Краснокама райондарында йүнәтеү эштәре бөтәһе 425 йортҡа ҡағыласаҡ. Бөтә объекттарға ла төҙөлөш ойошмалары беркетелгән.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта 163 йорттоң ҡыйығы эшләнгән. 68 өйҙә ремонт эштәрен башлауға әҙерлек бара: территория сүп-сарҙан таҙартыла, төҙөлөш материалдары индерелә. Тергеҙеү эштәренә йәмғеһе 400-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән. Краснокама районында өҫтәмә 50-ләп волонтер ярҙам итә. Эштәр көнө буйы бара.

темалар: бр хөкүмәте