6 декабрь, Шишәмбе

09 сентябрь 2014 йыл, 9:26

Төбәктә 2 миллион тонна самаһы яңы уңыш йыйып алынған

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостанда иген-йыйыу кампанияһы башланғандан алып, уртаса уңдырышлылыҡ гектарынан 14,8 центнер тәшкил иткәндә, 1,96 миллион тонна иген һуғып алынған, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Бойҙай – 472,8 мең тонна, борсаҡ – 49,7 мең тонна, арпа – 512,4 мең тонна, һоло – 169,1 мең тонна төшөм биргән. Ҡалған күләм ужым культураларына тура килә.

Дөйөм алғанда республика буйынса иген 1,37 миллион гектарҙа урылған (пландың 77 проценты), 1,33 миллион гектарҙа һуғылған (75 процент).

Башҡортостанда беренселәрҙән булып бойҙайҙы һәм башҡа культураларҙы Ейәнсура районы урып һуҡҡан, унда 16,2 мең тонна иген йыйып алынған.