5 декабрь, Дүшәмбе

09 сентябрь 2014 йыл, 8:47

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Башҡортостанда көслө дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам итергә өндәй

фото: РИА Новости

ӨФӨ, 2014 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. РФ Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Владимир Чуров, водолаздарҙың костюмын кейеп, үҙенә бер биҙрә һалҡын һыу ҡойҙо һәм был акцияны Башҡортостанда көслө дауылдан зыян күргәндәргә арнауын белдерҙе, тип хәбәр итә «Интерфакс».

«Ауырыуҙарға, яфа сигеүселәргә ҙур ихтирам менән ҡарайым, әммә ярҙамымды Башҡортостанда көслө дауылдан зыян күргәндәргә йүнәлтәсәкмен», тип Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы телмәренән өҙөк килтерә мәғлүмәт агентлығы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 29 августа кисен Башҡортостандың өс районы территорияһында – Краснокама, Яңауыл һәм Ҡалтасыла һәләкәтле көслө дауыл уҙа. Стихия һөҙөмтәһендә ике кеше һәләк була. 1582 кеше торған биш торама пунктта 478 йорт ҡыйығы емерелгән.

Бөтәһе 70 кеше зыян күргән, республиканың медицина учреждениеларына 68-е мөрәжәғәт иткән.

Ice Bucket Challenge акцияһы бөтә донъяла популярлыҡ яулай. Ҡатнашыусы үҙенә бер биҙрә һалҡын һыу ҡойорға, күпмелер иғәнә түләргә һәм «боҙло эстафетаны» тағы ла өс кешегә тапшырырға тейеш. Акцияла күп кенә билдәле бизнес вәкилдәре, сәйәсмәндәр, ғалимдар, актерҙар һәм музыканттар ҡатнашты.