11 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2014 йыл, 18:11

Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләргә әҙерләнә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә саралар планы әҙерләнгән. Бөтә мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары был иҫтәлекле датаға арнап ваҡиғалар әҙерләй, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

2015 йылдың майында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында сәнғәт оҫталарының байрам концерты һәм республика башлығы исеменән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн тантаналы ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Өфөлә Совет майҙанында БР Йыйылма балалар хорының концерты уҙасаҡ.

Байрам итеүҙә үҙ өлөшөн республиканың театр-концерт берләшмәләре лә индерәсәк, улар тематик спектаклдәр һәм концерт программалары күрһәтәсәк. «Башҡортостан» киностудияһы Бөйөк Ватан һуғышының төп ваҡиғалары сағылған тыуған ил фильмдарын күрһәтәсәк.

БР Милли музейы «Еңеү һалдаттары» күргәҙмәһен әҙерләй, «Бөйөк Еңеү» балалар ижадының республика конкурсын һәм «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан Республикаһының хәрби формированиелары» күсмә күргәҙмә эшен ойоштора. Хәрби Дан музейы Еңеүҙең 70 йыллығына арналған Республика музейҙар конкурсын үткәрәсәк һәм «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә Башҡортостан Республикаһының индергән өлөшө» тигән күсмә күргәҙмәне тәҡдим итәсәк.

Республика халыҡ ижады үҙәге Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың шәжәрәләренә арналған «Шәжәрә байрамы» республика конкурсын һәм халыҡ байрамын үткәрергә әҙерләнә. Республика уҡыу-уҡытыу методик үҙәге иҫтәлекле датаға Бөтә Рәсәй йәш музыканттарҙың конкурсын арнаясаҡ.

Вәлиди исемендәге Милли китапхана «2015 йылда Башҡортостандың иң яҡшы китапханаһы» VIII республика инновация проекттары конкурсын уҙғарасаҡ, ә Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы «Ҡаршылыҡтарһыҙ кино» клубы сиктәрендә хәрби тематикалағы фильмдар күрһәтергә, шулай уҡ башҡорт яҙыусыларының хәрби-патриотик тематикаһы китаптарын рельеф-нөктә шрифты менән нәшер итергә планлаштыра.

Республиканың хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары шулай уҡ скульптура композицияларында мәңгеләштереләсәк. Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа киткән Башҡортостан кешеләренә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Уҙғарылған конкурста архитектор Леонид Дубинский менән авторҙашлыҡтағы скульптор Владимир Дворниктың проекты еңеүсе тип танылған.

Хәҙер тыл хеҙмәтсәндәренә мемориал ҡуйыу өсөн урын билдәләнә, республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс иғлан иткән.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләү Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединский һәм бөтә төбәк вәкилдәре ҡатнашлығында Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы коллегияһы һәм Мәҙәниәт буйынса координация советының берҙәм ултырышында тикшерелде.