5 декабрь, Дүшәмбе

08 сентябрь 2014 йыл, 16:59

«Юлдаш» радиоһын Силәбе, Ҡурған һәм Ырымбур өлкәләрендә тыңлаясаҡтар

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Юлдаш» радиоһын Силәбе, Ҡурған һәм Ырымбур өлкәләрендә тыңлаясаҡтар. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы һәм «СпутникТелеком» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһындағы килешеүгә ярашлы, был субъекттарҙа яңы тапшырғыстар 8-11 сентябрҙә эшләй башлаясаҡ.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, илебеҙҙә йәшәгән башҡорттарҙың өстән бер өлөшө Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәй. Ырымбур, Свердловск, Һамар, Һарытау өлкәләре, Пермь крайы һәм Ҡурған – башҡорттар тығыҙ йәшәгән төбәктәр.

БР ситендә йәшәүсе башҡорттарҙың артабанғы социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫеше, тыуған яҡ менән бәйләнештәрҙе нығытыу – дәүләт кимәлендәге бурыс. Башҡортостан парламенты депутаттарына мөрәжәғәтнамәһендә республика башлығы Рөстәм Хәмитов тарихи тамырҙарҙы юғалтыуға юл ҡуймау тураһында белдерҙе.

РФ бөтә башҡорт этносын һаҡлауға һәм бөтә яҡтан үҫтереүгә, тарихи тыуған яҡ менән бәйләнештәрҙе нығытыуға тәьҫир итеүсе иң мөһим факторҙарҙың береһе – ул республика телевидениеһы һәм радиоһы тапшырыуҙары менән солғап алыу.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, милли-мәҙәни ихтыяждарҙы тулыраҡ ҡәнәғәтләндереү өсөн башҡорттар тығыҙ йәшәгән урындарҙа FM-тапшырыуҙарын үҫтерергә ҡарар ҡабул ителде.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы һәм «СпутникТелеком» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында йышлыҡ әҙерләү һәм Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Һамар өлкәләре, Пермь крайы торама пункттарында юлдаш элемтәһе объекттарын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында, Ырымбур өлкәһенең Красногвардейск районында «Юлдаш» радиоһы һөйләй башлаған. 8 сентябрҙә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында, 9 сентябрҙә – Ҡурған өлкәһенең Әлмән һәм Сафакүл райондарында, 11 сентябрҙә – Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында тапшырғыс эшләй башлаясаҡ. Шулай уҡ Һамар өлкәһендә тапшырыусы ҡоролманы монтажлау буйынса эштәр бара, яҡын пландарҙа Пермь крайында радиостанция тапшырғыстарын ҡуйыу эше тора.