4 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2014 йыл, 16:07

Өфөлә «Махсус техника. Юл төҙөлөшө» күргәҙмәһе асыласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. «Махсус техника. Юл төҙөлөшө» VIII махсуслаштырылған күргәҙмә Өфөнөң «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексы майҙансығында 9 сентябрҙә асыласаҡ.

Күргәҙмәлә Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ульянов, Силәбе, Ростов, Свердловск, Түбәнге Новгород өлкәләренән, Татарстан, Башҡортостан һәм Удмурт Республикаларынан компаниялар ҡатнашасаҡ.

«ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексының асыҡ майҙанында төҙөлөш, юл төҙөлөшө, илебеҙҙә һәм сит илдә сыҡҡан йөк тейәү техникаларының экспозицияһы тәҡдим ителәсәк. Сит ил етештереүселәренең техникаһын «Лонмади» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (JCB төҙөлөш һәм юл төҙөлөшө техникаһы), «Коминвест-АКМТ» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (коммуналь-йыйыштырыу техникаһы) күрһәтәсәк, күргәҙмәлә тәүге тапҡыр «РУСГАЙК», «ПРОМЭК Краш Энд Скрин Компани» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре компаниялары ҡатнаша.

Илебеҙ заводтары-етештереүселәренең продукцияһын «Автоиндустрия» («Камаз» автомобилдәре һәм «Сеспель» махсус техника), «УфаДорМаш» техник үҙәк,  «РудПром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре һәм башҡалар күрһәтәсәк.

«ВДНХ-Экспо» бинаһында яғыулыҡ-майлау материалдары, төҙөлөш, юл төҙөлөшө ҡорамалдары һәм материалдары, махсуслаштырылған техникаға запас һәм туплаусы частар экспозицияһы тәҡдим ителәсәк. «Махсус техника. Юл төҙөлөшө-2014» эш программаһы сиктәрендә «Төбәк юл төҙөлөшөнөң көнүҙәк мәсьәләләре» конференцияһы уҙасаҡ.