6 декабрь, Шишәмбе

08 сентябрь 2014 йыл, 15:35

ШОС илдәренең Йәштәр инновация форумына Өфөгә бизнес-фәрештәләр киләсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 7-10 октябрҙә Өфөлә үтәсәк ШОС илдәренең Йәштәр инновация форумында бизнес-фәрештәләр буласаҡ. Шулай тип стартап-проекттарын финанслаусы шәхси инвесторҙар атала.

«Өфө-2015» ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө хәбәр итеүенсә, IT-ONLINE Venture венчур инвестиция фондының идара итеүсе уҙаҡташы Михаил Казарцев, «Самотлор-Инвест» инвестиция-финанс компанияһының генераль директоры Николай Бадулин, Мәскәү эшҡыуарҙар ассоциацияһының инновациялар һәм венчур финанслауы буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Горбунов, шулай уҡ, өс ҡатнашыусыға уларҙың проекттарын тормошҡа ашырыуға финанслау алырға ярҙам итәсәк, «Изгелек корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Анна Ошарова форум эксперттары буласаҡ.

«Түңәрәк өҫтәл» форматындағы фекер алышыуҙарҙа Рәсәй йәштәр эшҡыуарлығына булышлыҡ итеү үҙәге директоры урынбаҫары Илдар Ғаббасов, «Дабл Вью» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үҫеш буйынса директоры Евгений Савин, «Рәсәйҙең йәштәр бизнесы» халыҡ-ара программаһы етәксеһе Борис Ткаченко һәм Рунетты үҫтереү институты етәксеһе Денис Калугин ҡатнашасаҡ.

— Ойоштороусылар Өфөгә ШОС илдәренең проекттарын һәм иҡтисадтарын үҫтереүҙә ярҙам итәсәк иң яҡшы белгестәрҙе саҡырған. Форум сиктәрендә иң яҡшы инновацион проекттар финанслау һәм ярҙам аласаҡ. Өфөлә һөҙөмтәле диалог һәм конструктив ҡарар ҡабул итеүҙәр өсөн майҙансыҡ булдырыласаҡ, — тип һөйләне Рәсәй йәштәре союзының Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм инновацион эшмәкәрлек департаменты етәксеһе Татьяна Селиверстова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ШОС илдәренең йәштәр инновация форумында Ҡаҙағстандың, Ҡырғыҙстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Тажикстан һәм Үзбәкстандың йәш ғалимдары һәм эшҡыуарҙары, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Сара сиктәрендә  ШОС киңлегендә иҡтисадты үҫтереүҙә фәндең һәм инновацияның роле тураһында бәхәстәр уҙасаҡ. Форум ҡатнашыусылары һәм ҡунаҡтары форумдың уҙаҡташ булған юғары уҡыу йорттарының инновацион технологиялары һәм асыштары күргәҙмәһен ҡарай аласаҡ.