Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә был аҙнала ҡырау төшөүе көтөлә, ял көндәренә йылытасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда был аҙнала йылы һәм ҡоро һауа торошо көтөлә. Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең мәғлүмәттәренә ярашлы, 8 сентябрҙән алып 12-нә тиклем республика территорияһында яуым-төшөм көтөлмәй.

Дүшәмбе, 8 сентябрҙә, һауа температураһы артабанғы көндәрҙә 19-20 градусҡа тиклем йылытып 15 градус тәшкил итәсәк. Ел – төньяҡ, төньяҡ-көнсығыштан көньяҡҡа күсеүсән.

9-10 сентябрҙә метеорологтар республика райондарында ҡырау төшөүен күҙаллай, был көндәрҙә төндә һауа температураһы нуль билдәһенән төшәсәк һәм минус биш градус тәшкил итәсәк.

13 һәм 14 сентябрҙә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, көндөҙгө һауа температураһы 20 градусҡа тиклем күтәреләсәк, төндә шулай уҡ йылытасаҡ – 7-9 градусҡа тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть