11 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2014 йыл, 12:24

Бөгөн Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө билдәләне

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Журналистарҙың, хәбәрселәрҙең һәм репортерҙарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө бөтә донъяла йыл һайын, 8 сентябрҙә, билдәләнә. Был көндө бөтә илдәрҙең һәм баҫмаларҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре донъяға, айырыуса үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлау эшендә, үҙҙәренең берҙәмлеген күрһәтергә тейеш.

Байрам 1958 йылда Бухареста Халыҡ-ара журналистар ойошмаһы конгресында булдырылған. 20 быуаттың аҙағында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының сираттағы конференцияһында 8 сентябрь Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө тип атала.

Теләктәшлек көнөн үткәреү датаһы осраҡлы ғына билдәләнмәгән. Тап ошо көндә, 1943 йылда, Берлинда Чехословакия журналисы, фашистарға ҡаршы көрәшеүсе яҙыусы Юлиус Фучик язаға тарттырыла. Төрмәлә лә үҙенең һөнәрен ҡалдырмай «Муйында элмәкле килеш репортаж» («Репортаж с петлей на шее») тигән китабын яҙып өлгөрә, уның өсөн һәләк булғандан һуң ул Халыҡ-ара Тыныслыҡ премияһына лайыҡ була.

Журналистарҙың теләктәшлеге көнөндә бөтә донъя буйлап йыйылыштар һәм конференциялар уҙа, донъяның төрлө илдәренән журналистар йыйыла. Дүртенсе власть вәкилдәре тәжрибә уртаҡлаша, иң лайыҡлылары үҙ сиратында наградалар ала.

Рәсәй Журналистар союзында билдәләүҙәренсә, һуңғы ваҡытта беренсе планға журналистың статусын түгел, ә уның ғүмерен яҡлау кәрәклеге сыға. Рәсәй Журналистар союзы мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы биш йылда төрлө шарттарҙа Рәсәйҙең 30 журналисы һәләк булған.

Рәсәй Журналистар союзының Мәскәү консерваторияһы менән берлектә ойошторолған хәйриә программаһы сиктәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар.