11 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2014 йыл, 11:30

Төбәк етәксеһе: «Йәштәрҙе ауылда беркетеү өлөшөндә әүҙемерәк эшләргә тейешбеҙ»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Урбанизация мәсьәләләрен 5 сентябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Республика муниципаль берәмектәренең V съезында делегаттар алдында Рөстәм Хәмитов күтәрҙе. Ҡалалағы һәм ауылдағы килемдәр араһында айырма – иң проблемалы урын, тип билдәләне төбәк башлығы.

— Бөгөн ауылда, аграр секторҙа эш хаҡы кимәле ҡала предприятиелары һәм ойошмаларындағыға ҡарағанда түбәнерәк. Ауыл ерендә уртаса эш хаҡы әлеге ваҡытта – 12100 һум самаһы. Ул республика күрһәткестәренән ике тапҡырға аҙыраҡ. Республиканың 29 районында унан да насарыраҡ. Был ауылда хеҙмәт етештереүсәнлеген, ауыл хужалығы производствоһының продуктлылығын арттырыу, эш урындарын техник тәьмин итеү, һөҙәмтәле агротехнологиялар индереү буйынса дөйөм бурыстар менән бәйле комплекслы мәсьәлә икәнлеге аңлашыла. Барыбер ауыл халҡының табышын, уларҙың етешлеген, дөйөм алғанда урындарҙа тормош кимәлен арттырыу – беҙҙең беренсе дәрәжәләге уртаҡ бурыс, — тип белдерҙе төбәк башлығы.

Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, ауылдарҙа халыҡ даими кәмей бара, граждандарҙың күбеһе Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Учалы, Ишембай кеүек эре ҡалаларға күсеп китә. Ҡалалар тыуым буйынса ауыл биләмәләренән алда бара.

— Йәштәрҙе ауылда беркетеү өлөшөндә әүҙемерәк эшләргә тейешбеҙ. Йәш белгестәр – табиптар, уҡытыусылар, аграрийҙарға ҡарата кадрҙар программаларын ғәмәлгә индерергә. Яңы эш урындарына барыу аҡсаһын түләүҙе, эре инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы, яңы эш урындарын булдырыуҙы дауам итергә. Ауыл инфраструктураһын үҫтерергә, йәш ғаиләләрҙең һәм белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.

Шулай уҡ төбәк башлығы республикаға эре инвесторҙарҙың һәм туристарҙың иғтибарын әүҙемләштереү маҡсатында һәр муниципалитет өсөн ҡаланың һәм райондың үҙ брендын булдырыу һәм алға этәреү кәрәклеген билдәләне. Таныш символдар, территорияларҙың сағыу сифаттары – һәр ҡала йәки район үҙен бер нисә йүнәлеш буйынса алға этәрә ала.

— Стәрлетамаҡ үҙен «3Dҡала»: «Dом. Dело. Dвижение» кеүек күрһәтә. Бөрө боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы – беҙҙең төп йәрминкә, «Бөрө алмаһы» һәм «Керәшен һыуыҡтары» фестивалдәренең тыуған яғы. Бөрйән районы тураһында һөйләгәндә, күҙ алдыбыҙға тәү сиратта  бал ҡорто, ҡурсаулыҡтар, милли парк, матур тәбиғәт килеп баҫа. Белорет йәки Учалы райондары – ул тау һырты, Ирәмәл, тайга, Ағиҙел йылғаһының башы, йылғалар буйлап йөҙөү, металлургия һәм тау сәнәғәте. Краснокама районы – «Никола Вешний» фестивале, Николо-Березовкала тарихи-архитектура комплексы. Бүздәк районы – Килимов һарайы, бүздәк сейәһе, тәмле томат соусы һәм һут. Һәр кем миҫал килтерә ала. Территорияларыбыҙҙың был сағыу һыҙаттары тураһында республикабыҙҙа ғына түгел, ә унан алыҫта ла белергә тейештәр.— тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

темалар: сәфәрҙәр