11 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2014 йыл, 10:30

Республика башлығы: «Йәш инициативаларға ярҙам итеү проекты – дөйөм мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса халыҡтың, урындағы үҙидара органдарының һәм эшҡыуарҙарҙың көсөн туплауҙа яҡшы миҫал»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Төбәк ҡалаларының һәм райондарының дөйөм мәсьәләләрен хәл итеүҙә муниципаль берәмектәрҙе үҫтереү буйынса граждандар берләшмәһе бик мөһим резерв булып тора, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡта уҙған Республика муниципаль берәмектәренең V съезында.

— Урал аръяғының бөтә райондарында йәш инициативаларға ярҙам итеү проекты башланды. Ул дөйөм мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса халыҡтың, урындағы үҙидара органдарының һәм эшҡыуарҙарҙың көсөн туплауҙа яҡшы миҫал. Мәҫәлән, ауылда ҡоҙоҡ емерелгән, урамда ут юҡ, юл һалынмаған, балалар йәки спорт майҙынсығы йыһазландырылмаған. Бөтә был мәсьәләләрҙе көстәрҙе туплап, инициатива төркөмөн ойоштороп, аҡса йыйып, эштәрҙе башҡарыусыны билдәләп һәм уның үтәлешен контролдә тотоп бергәләп хәл итергә мөмкин. Проект башҡа төбәктәрҙә лә ғәмәлгә индерелә, әммә нәҡ беҙҙең республикала ул үҙенең максималь һөҙөмтәлелеген күрһәткән, — тип билдәләне төбәк башлығы. — Республика был проекттарға 59,8 миллион һум бүлгән, 30 миллионды муниципалитеттар, ауыл биләмәләре, халыҡ үҙҙәре йыйған. Ауылдарыбыҙ үҙҙәренең мәсьәләләрен хәл итһен өсөн был ысын мөмкинлек.

Урындағы ҡаҙнаны тулыландырыу өсөн мөһим сығанаҡ тип Рөстәм Хәмитов Башҡортостан эшҡыуарҙарын һәм бәләкәй бизнес предприятиеларын атаны.

Бынан һуң Рөстәм Хәмитов муниципалитет башлыҡтарының иғтибарын урындарҙа тормошҡа ашырылмаған эске резервтарҙы эҙләүгә йүнәлтте, мәҫәлән, энергияны һаҡсыл тотоноу өлөшөндә. Шулай уҡ Башҡортостан башлығы ауылдарҙа мәҙәни тормошто әүҙемләштерергә саҡырҙы. Клубтар торама пунктарыбыҙҙа ысын мәҙәниәт усаҡтарына әйләнергә тейеш. Республиканың Мәҙәниәт министрлығына төбәк башлығы райондарҙа күсмә ҡулайламалар – автоклубтар, библиобустар, киномобилдәр эшенең тәжрибәһен киңәйтергә кәңәш итте.

темалар: сәфәрҙәр