5 декабрь, Дүшәмбе

08 сентябрь 2014 йыл, 9:32

Рөстәм Хәмитов: «Урындағы үҙидара кешеләргә иң яҡын власть кимәле генә түгел, ә иң халыҡ власы булып бара»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 5 сентябрҙә Стәрлетамаҡтың Ҡала мәҙәниәт һарайында Рөстәм Хәмитов республика муниципаль берәмектәренең V съезында сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Ултырышта РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Валерий Савин, Һамар ҡалаһы башлығы, «Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының үҙәк Советы Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Азаров, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, бөтә кимәлдәге депутаттар, БР 895 муниципаль берәмек һәм йәмәғәт ойошмаһы вәкиле – йәмғеһе 1150-нән ашыу делегат ҡатнашты.

— Урындағы үҙидара аҡрынлап, күп кенә ауырлыҡтарҙы еңеп, кешеләргә иң яҡын власть кимәле генә түгел, ә иң халыҡ власы булып бара. Ул, халыҡтың үҙенән дә яҡшыраҡ бер кем дә белмәгән, урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ысын вәкәләттәргә һәм ресурстарға эйә була башланы. Кешеләрҙең ҡала һәм ауыл тормошон яҡшыртыуға үҙенә яуаплылыҡ алырға, аныҡ эштәрҙә ҡатнашырға ынтылыуы урындарҙа власты нығытыуҙа иң мөһим көс булып тора. Һеҙҙең менән беҙҙең бурыс – йәмғиәттең көсөн асыуға ирешеү. Муниципалитеттар ысынлап та етеш, иҡтисади яҡтан ныҡ булырға тейеш. Тик шул саҡта ғына дәүләтебеҙ көслөрәк буласаҡ, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. — Әлегә беҙ урындағы үҙидараның потенциалын, иҡтисади үҫеш, йәшәү сифатын күтәреү рычагтарын тулыһынса эшләтә башланыҡ тип әйтә алмайбыҙ. Был өлөштә алдыбыҙҙа ҙур күмәк эштәр тора. Уның төп маҡсаты – бөтә йәшәйештең, тормош хәрәкәтенең уртаһында кеше торған моделде ойоштороу.

— Һәр торама пунктында кешеләрҙең лайыҡлы тормош шарттары булыуы шарт. Даими рәүештә автобустар йөрөһөн, сифатлы медицина ярҙамын алыу, матур ял итеү мөмкинлеге булһын, телевидение каналдары, кәрәҙле элемтә, интернет тотороҡло ҡабул итһен ине. Ҡалаларҙа иҫке һәм авария хәлендәге йорттар, төҙөкләндерелмәгән юлдар, асфальт түшәлмәгән урамдар кеүек мәсьәләләр бар. Транспорт хеҙмәтләндереүендә, торлаҡ-коммуналь өлкәһе эшендә лә улар байтаҡ. Заманса парктар, ғаилә менән ял итеү өсөн урындар етмәй. Бында күп нәмә урындағы үҙидара органдарының һөҙөмтәле эшенән тора, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Бының өсөн етди ресурстарҙың кәрәклеген аңлайым. Был юҫыҡта ыңғай һөҙөмтәләр бар. Дүрт йыл эсендә урындағы бюджеттарҙың килеме 32,5 процентҡа артҡан. 2010 йылда ул саҡ 24 миллиард һумдан уҙа ине, ә былтыр 32,5 миллиард һум күрһәткесенә яҡынлашты. Өҫтәүенә иң ҙур үҫеш – 53 процентҡа – район бюджеттарында булған. Республика власы йыл һайын урындағы ихтыяждарға ауыл биләмәләренә 400-шәр мең һум, ә өс меңдән ашыу кеше йәшәгән эреләренә – 600-шәр мең һум бүлә.

Рөстәм Хәмитов 2015 йылдың 1 ғинуарынан алып республика бюджетынан ауыл биләмәләренә йыл һайын бүленә торған сараларҙың артыуы тураһында хәбәр итте. Ауыл биләмәләре йылына 400-шәр мең һум түгел, ә 500 мең һум аласаҡ.

— Быйылдан алып ауыл биләмәләрен коммуналь техника менән тәьмин итеү кеүек тағы ла бер булышлыҡ формаһы эшләй башланы. Тейешле биш йыллыҡ программаны ғәмәлгә индерәбеҙ. Сөнки мин һеҙгә һәр ауыл биләмәһе тәгәрмәселе трактор аласаҡ тип вәғәҙәләгәйнем. Быйыл был программаға 60 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, 95 ауыл биләмәһе бындай техникаға эйә буласаҡ, — тип өҫтәне Рөстәм Хәмитов.

Сара һуңында Рөстәм Хәмитов иң яҡшы муниципаль хеҙмәт вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

— Урындағы үҙидараның үҫеше – ҡатмарлы, төрлө яҡлы процесс һәм ул тамамланмаған әле. Алда беҙҙе байтаҡ эш һәм шундай уҡ уңыш көтөүенә ышанам. Беҙ – көслө республика һәм алдыбыҙҙа ҡуйылған бөтә бурыстарҙы ла атҡара алабыҙ, — тип билдәләне төбәк башлығы.