3 декабрь, Шәмбе

05 сентябрь 2014 йыл, 14:51

Өфөләр Хор капеллаһына нигеҙ һалыусы Таһир Сәйфуллинға һәйкәлгә аҡса йыя

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләр күренекле дирижер һәм педагог Таһир Сәйфуллинға ҡәбер өҫтөнә ҡуйыла торған һәйкәлгә аҡса йыя. Был башланғыс менән Дәүләт академик хор капеллаһы сыҡҡан. Таһир Сәйфуллин тап уның нигеҙ һалыусыһы.

— 2014 йылдың авгусында Хор капеллаһы артистары маэстроның ҡәберенә барҙы һәм ҡәбер ташының аяныс хәлен күреп үҙ көстәре, шулай уҡ вайымлы кешеләрҙең ярҙамы менән аҡса йыйырға булды. Атап әйткәндә, Өфө сәнғәт училищеһының һәм Өфө сәнғәт академияһының хорҙа дирижерлыҡ итеү кафедраһы уҡытыусылары был тәҡдимде хуплап алды. Башҡорт дәүләт филармонияһы етәкселеге дөйөм йыйылышта шулай уҡ был башланғысты хупланы, — тип һөйләне филармонияның матбуғат секретары Лиана Сөләймәнова.

Аҡса йыйыуҙа ярҙам итергә теләүселәр хор солисы Светлана Мирғаязоваға мөрәжәғәт итә ала. Телефон һандары: 8-917-785-27-74.

Белешмә. Таһир Сәйфуллин (1932-2007) – хор дирижеры, уҡытыусы, музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ул Башҡортостан Республикаһының ғына түгел, ә дөйөм Рәсәй хор сәнғәтендә үҙенең сағыу эҙен ҡалдырған. Уның исеме Рәсәйҙең хор дирижерҙары энциклопедияһына ингән.

темалар: хәтер