4 декабрь, Йәкшәмбе

05 сентябрь 2014 йыл, 12:45

«Көслө дауылдан зыян күргән граждандарҙың йорттары дәүләт теркәүен үтәсәк» — «Росреестр»ҙың БР буйынса идаралығы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Краснокама, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондарында көслө дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эштәр дауам итә.

«Росреестр»ҙың БР буйынса идаралығы биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, Ҡарый һәм Янаҡтай ауылдарында дөйөм алғанда 118 йорт зыян күргән, шул иҫәптән 55-е тулыһынса емерелгән, 34-тен йүнәтеп булмай, 29-ы өлөшләтә емерек.

Тергеҙеү эштәре барышында кадастр иҫәбендә торған, әммә хоҡуҡтары дәүләт теркәүһеҙ йәки хоҡуҡтары ер участкаларына ғына теркәлгән йорттар асыҡлана, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән. Дәүләт күсемһеҙ милек кадастры мәғлүмәттәренә ярашлы, тик Ҡарый ауылында ғына иҫәптә 256 күсемһеҙ милек объекты тора, улар иҫәбендә 162 өй, 51 төҙөлөп бөтмәгән объект, 43 ярҙамсы объект. Мобиль пункт белгестәре бер сығып килгәндә бындай 11 объектҡа дәүләт теркәүенә документтар ҡабул итте.

Уҙған көндәрҙә Башҡортостан теркәүселәренең эше менән Рөстәм Хәмитов танышты. Республика башлығы төбәктең Росреестр һәм Кадастр палатаһы идаралығы күргән оператив сараларға ыңғай баһа бирҙе.