4 декабрь, Йәкшәмбе

05 сентябрь 2014 йыл, 10:57

Республика етәксеһе: «Беҙгә сәнәғәт производствоһын үҫтереүҙә башҡа динамика кәрәк»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Төрлө етештереү тармаҡтарында эре кластерҙар булдырыу юлы менән сәнәғәт производствоһы үҫешен тиҙләтергә мөмкин. Был турала 4 сентябрҙә Өфөлә уҙған Волга буйы федераль округы Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзының төбәк бүлексәләре Координация советының киңәйтелгән ултырышында Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Ултырышта Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы президенты Александр Шохин ҡатнашты. «Рәсәй Федерацияһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында»ғы федераль закон проекты һәм төбәктәрҙә сәнәғәт сәйәсәтен формалаштырыуҙа көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.

Сәнәғәт сәйәсәте тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов, бөгөнгөгә ҡарағанда производствоны тиҙерәк үҫтерергә мөмкин, тип билдәләне.

— Әгәр нефть химияһы комплексы предприятиеларын берләштерһәң, сәнәғәт продукцияһы күләмен 20-30 процентҡа арттырыр инек. Бының өсөн бер нимә лә: яңы заводтар төҙөргә лә, яңы сәнәғәт сәйәсәтен алып барырға ла кәрәкмәй. Беҙ шунда уҡ синергик эффектҡа эйә булыр инек, сәнәғәт производствоһы күләмен арттырыр инек, — тине Рөстәм Хәмитов.

темалар: бр президенты