4 декабрь, Йәкшәмбе

04 сентябрь 2014 йыл, 17:23

Дәүләт Йыйылышы Секретариаты етәксеһе урынбаҫары Башҡортостан Президентының Рәхмәт хатын алды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Дәүләт Йыйылышы Секретариаты етәксеһе урынбаҫары Александр Морозов дәүләт хеҙмәтендә күп йылдар буйына уңышлы эшмәкәрлеге һәм республика ҡануниәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Тейешле указ БР рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы ысын дәүләт советнигы Александр Герасимович Морозов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатында 1995 йылдан алып эшләй. Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу Палатаһының ойоштороу бүлеген, ойоштороу идаралығын етәкләй, 2002 йылдан Секретариат Етәксеһенең ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй.