Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Бишбүләк районында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре торлаҡ сертификаттары алды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Бишбүләк районында төрлө федераль һәм республика торлаҡ программалары буйынса сертификаттар тапшырҙылар. Райондың һигеҙ агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре ғаиләләре торлаҡ төҙөүгә йәки алыуға сертификат алды.

Урындағы хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, түләүҙәрҙең суммаһы 718 меңдән алып бер миллион 436 мең һумға тиклем етә. Йыл башынан алып Бишбүләк районында бөтәһе 12 кеше торлаҡ сертификатына эйә булды.

Сертификат алыу шарттары менән (34743) 2-15-54 телефон һандары буйынса архитектура бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть