3 декабрь, Шәмбе

04 сентябрь 2014 йыл, 16:47

Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы яҡлау айлығында ҡатнашасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 4 сентябрҙән алып 4 октябргә тиклем республикала граждандарҙы яҡлау айлығы уҙасаҡ. Тейешле ҡарар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән. Был осорға тәбиғи һәм техноген тибындағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлау өлкәһендә төрлө халыҡ төркөмдәрен теоретик һәм практик яҡтан әҙерләү, республиканың торама пункттарында объекттарҙың һәм территорияларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса бер төркөм саралар ҡаралған.

Айлыҡҡа төбәктең дауалау учреждениелары ла ҡушылды. «Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың медицина учреждениеларында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәм янғын сыҡҡанда персоналға һәм ауырыуҙарға хәбәр итеү һәм уларҙы эвакуациялау буйынса күнекмәләр, беренсе ярҙам күрһәтеү, үҙеңә һәм бер-береңә ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса практик уҡыуҙар, төрлө семинарҙар уҙасаҡ.

Саралар граждандар оборонаһы буйынса Бөтә Рәсәй күнекмәһе менән тамамланасаҡ.