Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙасаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

6-сы һәм 7 сентябрҙә Өфөлә сираттағы йәшелсә һәм бал йәрминкәләре уҙасаҡ. Мэрияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был ял көндәрендә республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре ҡабат ҡала халҡына үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк.

Шәмбе сауҙа майҙансыҡтары Дим (Правда урамы буйлап автомобиль юлы эргәһендә), Киров (Эшсе хәбәрселәр урамы, 5-7), Ленин («Пушкин» сауҙа-сервис комплексы эргәһендәге майҙан) һәм Октябрь («Гагарин» сауҙа-сервис комплексы эргәһендә, Спорт һарайы алдында һәм Зинин ауылы эргәһендә «Ҡарауан» сауҙа комплексы янында) райондарында эшләйәсәк.

Ике көн буйына йәрминкәләр Калинин («Моторҙар эшләүсе» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан) һәм Орджоникидзе (Орджоникидзе исемендәге майҙан, «Тирәктәр» сауҙа йорто, «Меркурий» сауҙа үҙәге һәм «Урал» сауҙа-сервис комплексы алдындағы майҙандарҙа) райондарында уҙасаҡ.

Совет районында Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда бал йәрминкәһе үтәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттәге ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөлә 2 ноябргә тиклем ял көндәрендә уҙасаҡ. Уларҙа ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең, республиканың фермер һәм ярҙамсы хужалыҡтарының ит һәм һөт ризыҡтары, йәшелсә, картуф, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукттары тәҡдим ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть