6 декабрь, Шишәмбе

04 сентябрь 2014 йыл, 15:21

БР Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы һайлаусылар менән «тура бәйләнеш»кә сыҡты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев республика һайлаусылары менән телефондан «тура бәйләнеш»кә сыҡты. Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы бер сәғәт эсендә 2014 йылдың 14 сентябрендә Берҙәм тауыш биреү көнөн үткәреүгә әҙерлек барышы тураһында төбәк халҡының 30 һорауына яуап ҡайтарҙы.

Шылтыратыуҙар буйынса фекер йөрөткәндә, кешеләрҙең байтаҡ өлөшөн исемле участкалар ҡыҙыҡһындыра. Был идея төбәк һайлаусыларына бик оҡшай һәм, шулай итеп, улар үҙҙәренең күренекле яҡташтарының исемдәрен мәңгеләштерергә тәҡдим итә. Быға оҡшаш тәҡдимдәр менән шылтыратыуҙар республиканың төрлө мөйөштәренән килде.

Хәйҙәр Вәлиев, был осраҡта иң мөһиме участкаға исем биреү түгел, ә һайлаусыларҙы тауыш биреүгә йәлеп итеү, тип аңлатты. Бындай участкалар өлгөлө булырға тейеш, һәм был территориаль һайлау комиссияһының да, бөтә кешеләрҙең дә ҙур яуаплылығы, тип ул айырып әйтте.

Шул уҡ ваҡытта, ауыл халҡының яңылыҡҡа ҙур ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып, республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы, билдәле кешеләрҙең исемдәрен йөрөтә алырҙай участкаларҙы һайлау дауам итәсәк, тип белдерҙе.

Студенттарҙың ҡайҙа тауыш биреү мәсьәләһе лә күтәрелде. Хәйҙәр Вәлиевтың аңлатыуы буйынса, улар ваҡытлыса теркәлеү буйынса тауыш биреү исемлегенә индерелгән. Әгәр берәүҙәр тауыш биреү көнөндә ата-әсәләрендә булырға планлаштырһа, тимәк теркәүҙән төшөрөү таныҡлығын алырға һәм төп теркәлеү урыны буйынса тауыш бирергә кәрәк.

Телефондан әңгәмәләшеү барышында Хәйҙәр Вәлиев СССР паспорты менән йөрөгән граждандарҙың һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тауыш биреүҙәре, участкаларҙы тауыш биреү өсөн үтә күренеүсән йәшниктәр менән йыһазландырыу, һайлау бюллетендәрен комплекслы эшкәртеү сараларын ҡулланыу тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе.