Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Балалар альбомы» проектының яңы бүлеге Мостай Кәримдең 95 йыллығына арнала

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

9 сентябрҙә Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында «Балалар альбомы» музыкаль-әҙәби проектының икенсе миҙгеле старт ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, музыкаль проект ағымдағы йылдың ғинуарында уңышлы башланып китте. Төп ҡатнашыусыһы – дирижер Раушан Яҡупов етәкселегендәге Башҡорт опера һәм балет театрының симфоник оркестры. Тәүге бүлектәре билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре – Рус драма театрының художество етәксеһе Михаил Рабинович һәм Мәскәүҙең күренекле балет артисы һәм режиссер Владимир Васильев ҡатнашлығында уҙҙы, улар классиктарҙың әҫәрҙәрен уҡыны.

«Вечерняя Уфа» гәзите хәбәр итеүенсә, дүртенсе бүлектә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры художество етәксеһе Олег Ханов ҡатнашасаҡ. Ул башҡорт телендә Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» повесынан өҙөктәр уҡыясаҡ. Яңы бүлек Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығына арнала.

Музыкаль рәт башҡорт композиторҙары – Хөсәйен Әхмәтов, Рәүеф Мортазин, Нур Дауытов, Рим Хәсәнов, Илдар Хисаметдиновтың симфоник әҫәрҙәренән торасаҡ.

Башлана киске сәғәт алтыла.

Проекттың ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы, «Мәрхәмәт» хәйриә фонды, Башҡорт опера һәм балет театры, «Вечерняя Уфа» гәзите.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть