9 декабрь, Йома

04 сентябрь 2014 йыл, 12:42

Бер көндә ШОС һәм БРИКС саммиттарында волонтер булырға 480 кеше теркәлгән

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Теркәү башланғандан алып тәүге тәүлектә Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарында волонтер булырға 480 кеше заявка биргән. Тип хәбәр ителә «Өфө-2015» ШОС һәм БРИКС офис-төркөмөндә.

2015 йылда Өфөлә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә һәм әҙерләүгә кәмендә 500 волонтер йәлеп итеү күҙаллана, тип хәбәр итте, шаршамбы көнө «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған, матбуғат конференцияһында «Өфө-2015» ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө директоры Руслан Мирсаяпов. Өфөнөң биш юғары уҡыу йорто: Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ойоштороусыларҙың уҙаҡташтары булып китте. Операторы – Рәсәй йәштәр союзының төбәк бүлексәһе. 500 волонтерҙы уҡытыуға 2,5 миллион һумлап аҡса талап ителәсәк. Уҡытыу бер нисә этаптан торасаҡ. Дистанцион этабы заявкалар ҡабул итеү менән бер үк ваҡытҡа планлаштырылған. Уның эсенә ШОС һәм БРИКС ойошмаларының барлыҡҡа килеү тарихы һәм уларҙың эш спецификаһы тураһындағы мәғлүмәтте еткереү, ҡатнашыусы илдәрҙең тарихы, мәҙәниәте һәм милли йолалары менән таныштырыу, шулай уҡ волонтерҙарҙы яҡынса баһалау һәм лидерҙарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән бер нисә тест инә.

Сентябрҙән алып майға тиклем БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Эшлекле һөйләшеүҙәр һәм ораторлыҡ оҫталығы мәктәбе»ндә эшлекле коммуникациялар оҫталыҡтарын үҫтереү буйынса уҡыуҙар уҙасаҡ. Шул уҡ осорға ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу объекттарында махсус уҡыуҙар ҙа ҡаралған.

Волонтер сифатында теркәлеү өсөн 2014 йылдың 31 октябренә тиклем volunteer2015 сайтында анкетаны тултырырға кәрәк. (347) 266-01-50 һандары буйынса ҡыҙыу линия эшләй, унда волонтерҙарға бөтә кәрәкле мәғлүмәт биреләсәк. Социаль селтәрҙә төркөм бар. Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәгән 18 йәштән өлкәнерәк кешеләр волонтер була ала.