Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө ҡала Советы башлығы Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Рөстәм Хәмитов Евгений Семивеличенконы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградлау тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Өфө ҡала советы рәйесе һәм бер үк ваҡытта «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең корпоратив һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса идара итеүсе директор урынбаҫары юғары профессиональ оҫталыҡ һәм машина эшләүҙе үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн наградаға лайыҡ булды.

Евгений Семивеличенко Өфө ҡалаһы ҡала округы Советына депутат итеп ике тапҡыр – 2008-се һәм 2012 йылдарҙа һайлана. Ҡала Советының өсөнсө саҡырылыш рәйесе итеп һайланған. Депутат һәм совет башлығы бурыстарын бушатылмаған нигеҙҙә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең директор урынбаҫары вазифаһында төп эшенән айырылмайынса башҡара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть