5 декабрь, Дүшәмбе

04 сентябрь 2014 йыл, 11:00

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары бер көнлөк эш хаҡын көслө дауылдан зыян күргәндәргә күсерә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары һәм секретариат хеҙмәткәрҙәре республиканың төньяҡ-көнбайышында көслө дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам йөҙөнән аҡса йыйыу өсөн асылған махсус иҫәпкә бер көнлөк эш хаҡын күсерергә ҡарар ҡабул итте. Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, парламентарийҙар төбәк башлығы Рөстәм Хәмитовтың Краснокама, Яңауыл һәм Ҡалтасы райондары халҡына ярҙам күрһәтеү тәҡдимен хупланы. Был өс районда үткән йома көнө 440 йортто емереп дауыл уҙҙы.

Бындай ярҙам итеү формаһы тәүге тапҡыр ҡына ҡулланылмай. Быға тиклем парламентарийҙар Краснодар өлкәһендә һыу ташыуҙан зыян, Иглин районының Урман ҡасабаһы эргәһендә арсенал шартлау, 2014 йылдың ғинуарында Яңауылда газ балоны шартлау һөҙөмтәһендә ҡаза күреүселәргә ярҙам күрһәткән ине.

Шулай уҡ депутаттар тарафынан Ҡырым Республикаһының Белогорск районына шәфҡәтлек ярҙамы күрһәтелә. Микроавтобус, райондың мәктәп китапханалары өсөн яңы китаптар, етем балалар өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары һатып алынған.