5 декабрь, Дүшәмбе

04 сентябрь 2014 йыл, 10:25

Рөстәм Хәмитов көслө дауылдан һуң йорттарҙы тергеҙеү эштәренең ваҡытын ҡыҫҡартырға ҡушты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында, 29 августа өйөрмәле ел һөҙөмтәһендә зыян күргән, Яңауыл һәм Краснокама райондары ауыл биләмәләрендә булды.

Яңауыл районының Кониг ауылында бөтә йорттар ҙа тиерлек боҙолған. Рөстәм Хәмитов тергеҙеү эштәренең барышы менән танышты, халыҡ менән аралашты. Республика етәксеһенә әлеге ваҡытта боҙолған йорттарҙы ремонтлауға 50 кеше йәлеп ителеүен һөйләнеләр. Уларҙың төп бурысы – ҡыйыҡтарҙы алмаштырыу, ситәндәрҙе ремонтлау, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу. Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов, ағымдағы аҙнала торлаҡ буйынса мәсьәлә хәл ителеп бөтәсәк, тип белдерҙе.

— һәр йортҡа бригада беркетелергә, материалдарҙың ҡасан киләсәге, был объектҡа кемдең яуаплы булыуы яҙылып ҡуйылырға тейеш. Боҙолған бөтә ҡыйыҡтарҙы ла ямғырҙарға тиклем эшләп өлгөрөргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ Кониг ауылында «Росреестр»ҙың күсмә офисы эшләй. Ведомство белгестәре хәбәр итеүҙәренсә, урындағы халыҡтан кадастр иҫәбенә теркәү өсөн 15 ғариза ҡабул ителгән. Дөйөм алғанда, иң тәүҙә милек хоҡуғын теркәмәгән граждандар өйҙәрен рәсмиләштерә. Шулай уҡ ғаиләгә 5 мең һум күләмендә компенсациялар түләнә. Артабан, тергеҙеү эштәре менән бәйле сығымдар ҙа ҡайтарыласаҡ.

Яңауылда Рөстәм Хәмитов, стихияға тарыған, Көнсығыш биҫтәһендә булды. Бында 148 йорт зыян күргән, 25-е тергеҙелгән. Республика башлығы проблемалы мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды. БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Рәүеф Ноғомановтың мәғлүмәттәренә ярашлы, биҫтәлә тулыһынса өйөмдәр таҙартылған, бөтә йорттар ҙа боҙолоу дәрәжәһенә ҡарап өс категорияға бүленгән һәм 14 предприятиеға беркетелгән. Рөстәм Хәмитов халыҡҡа мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү штабын ҡараны һәм әүҙемерәк консультация ярҙамын күрһәтергә, бөтә түләүҙәр һәм компенсациялар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт еткерергә ҡушты.

Краснокама районының Ҡарый ауылында Рөстәм Хәмитов йүнәтеү эштәренең барышын тикшерҙе һәм урындағы халыҡ менән осрашты. Ел-дауыл һөҙөмтәһендә бында ике кеше һәләк булған һәм 39 кеше зыян күргән.

Ауыл биләмәһе бинаһында мәғлүмәт-консультация үҙәге ойошторолған, унда Дәүләт теркәү, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, страховкалау компаниялары, Пенсия фонды, банктар белгестәре, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм юристар эшләй. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең тәүлек әйләнәһенә дежурлығы ойошторолған. Көн һайын урамдарҙы һәм ихаталарҙы таҙартыуға 25 берәмек ауыр техника: самосвалдар, тейәгестәр, автокрандар йәлеп ителгән.

Ауылда көслө дауыл 32 йортто тулыһынса емергән, 71-е – ныҡ боҙолған. Әлеге ваҡытта биналарҙы ремонтлау һәм яңы йорттар төҙөү менән шөғөлләнеүсе төҙөлөш ойошмалары билдәләнгән.

— Боҙолған йортто тергеҙеү йәки яңыһын төҙөү кеүек бәхәсле осраҡтарҙа яңы йорт һалырға ҡарар итәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов, төҙөүселәргә мөрәжәғәт итеп. – Әгәр стеналарҙың ныҡлығына шик булмағанда, әлбиттә, ремонт эшләйбеҙ.

Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса штабта Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте ағзалары, муниципаль власть, хоҡуҡ һаҡлау органдары, социаль хеҙмәттәр һәм төҙөлөш компаниялары вәкилдәре ҡатнашлығында эшсе кәңәшмә үткәрҙе. Төҙөүсе ойошмалар алдына республика етәксеһе ике аҙна дауамында бөтә торлаҡтарҙың ҡыйығын йүнәтеү, ноябргә тиклем яңы йорттар һалыу бурысын ҡуйҙы.

Кәңәшмәнең стенограммаһы менән бында танышырға мөмкин.