7 декабрь, Шаршамбы

03 сентябрь 2014 йыл, 18:20

Йәш композиторҙарҙың әҫәрҙәре халыҡ-ара кимәлдә билдәләнде

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнөң 6-сы балалар музыка мәктәбенең биш уҡыусыһы, Новосибирскта уҙған, йәш композиторҙарҙың XV Халыҡ-ара конкурсында призлы урындар яуланы.

Белдекле жюри ағзалары Башҡортостан музыканттарының әҫәрҙәрен юғары баһаланы.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Арсен Өмөтбаев «Сысҡанда ҡунаҡта» музыкаль сәхнә әҫәре өсөн урта төркөмдә беренсе дәрәжә лауреты исеменә лайыҡ булды.

Адель Кәримова «Күбәләк булырға теләүсе ҡарышлауыҡ» пьесаһы өсөн икенсе дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Линара Ҡәйепованың пьесаһын жюри ағзалары милли башҡорт колоритлы ҡыҙыҡлы әҫәр булараҡ баһаланы һәм ул икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Өлкән йәштәгеләр категорияһында Елизавета Рогачева үҙенең «Каштан һәм фирүзә» тигән шиғырына романс өсөн икенсе дәрәжә диплом менән наградланды. Рәмилә Әбсәләмованың «Иҫке автола сәйәхәт» оркестр әҫәре өсөнсө дәрәжә лауреаты исемен яуланы.

Бөтә авторҙар ҙа композиторлыҡ оҫталығы нигеҙҙәрен уҡытыусы һәм композитор Замира Шәғиеваның класында өйрәнә.

Халыҡ-ара кимәлдәге конкурста Новосибирск, Кемер, Мәскәү, Ульянов, Силәбе өлкәләренән, Алтай крайынан, Ҡаҙағстан Республикаһынан һәм алыҫ сит илдән бөтәһе 250-нән ашыу ижадсы ҡатнашҡан. Мәскәү композиторы һәм педагог Екатерина Анисимова рәйеслегендәге жюри конкурста ҡатнашыусыларҙың ижади эштәрен видеояҙмалар буйынса баһалаған.

темалар: конкурстар