Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә бесән әҙерләү буйынса план арттырып үтәлгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Башҡортостанда бесән әҙерләү буйынса план 102 процентҡа үтәлгән, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Бөгөнгә бесән запастары 747 мең тонна тәшкил итә. Бынан тыш, 1,8 миллион тоннанан ашыу сенаж (пландың 86 проценты) һәм 269 мең тонна силос (15 процент) әҙерләнгән.

Республика буйынса уртаса шартлы мал башына иҫәптә 20,1 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған. Мал аҙығын әҙерләү күләмдәре буйынса лидерҙар – Яңауыл (30,4 центнер мал аҙығы берәмеге), Архангель (29,8 центнер) һәм Мәсетле (28,1 центнер) райондары.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, мал аҙығы культуралары төбәктә 901 мең гектар майҙанда сабылған, ул пландың 89 процентын тәшкил итә. Ун районда бесән эштәре тамамланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть