4 декабрь, Йәкшәмбе

03 сентябрь 2014 йыл, 17:37

Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү өсөн кәмендә 500 волонтер талап ителәсәк

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2015 йылда Өфөлә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә һәм әҙерләүгә кәмендә 500 волонтер йәлеп итеү күҙаллана. Был хаҡта, шаршамбы көнө «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған, матбуғат конференцияһында «Өфө-2015» ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө директоры Руслан Мирсаяпов хәбәр итте.

Саммиттарға волонтерҙарҙы әҙерләүсе оператор – Рәсәй йәштәр союзының төбәк бүлексәһе, ул махсус өс баҫҡыслы уҡытыу программаһын әҙерләгән.

Дистанцион этабы заявкалар ҡабул итеү менән бер үк ваҡытҡа планлаштырылған. Уның эсенә ШОС һәм БРИКС ойошмаларының барлыҡҡа килеү тарихы һәм уларҙың эш спецификаһы тураһындағы мәғлүмәтте еткереү, ҡатнашыусы илдәрҙең тарихы, мәҙәниәте һәм милли йолалары менән таныштырыу, шулай уҡ волонтерҙарҙы яҡынса баһалау һәм лидерҙарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән бер нисә тест инә.

Сентябрҙән алып майға тиклем БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Эшлекле һөйләшеүҙәр һәм ораторлыҡ оҫталығы мәктәбе»ндә эшлекле коммуникациялар оҫтылыҡтарын үҫтереү буйынса уҡыуҙар уҙасаҡ.

Шул уҡ осорға ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу объекттарында махсус уҡыуҙар ҙа ҡаралған.

Офис-төркөм директоры Руслан Мирсаяповтың әйтеүе буйынса, 500 волонтерҙы уҡытыуға 2,5 миллион һумлап аҡса талап ителәсәк. Әммә уларҙың һаны, яҡынса прогноздар буйынса, 800-ҙән артыуы ихтимал, ул саҡта сығымдар артасаҡ.

18 йәштән өлкәнерәк һәр теләүсе волонтер була ала. Заявкалар ҡабул итеү һәм ирекмәндәрҙе артабан уҡытыу өсөн 3 сентябрҙән алып махсус сайт һәм социаль селтәрҙә төркөм эшләй башланы. Бынан тыш, (347) 266-01-50 телефоны буйынса ҡыҙыу линия ойошторолған, унда волонтерҙарға бөтә кәрәкле мәғлүмәт биреләсәк.