10 декабрь, Шәмбе

03 сентябрь 2014 йыл, 11:31

Башҡортостанда муниципаль һайлауҙарҙа ваҡытынан алда тауыш биреү башланды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда шаршамбы, 3 сентябрҙә, ваҡытынан алда тауыш биреү башланды. 2014 йылдың һайлау кампанияларында ул тик муниципаль һайлауҙарҙа участка һайлау комиссияларында бара. Тауыш биреү 13 сентябрҙә тамамлана.

Ваҡытынан алда тауыш биреү 20 муниципаль берәмектәге 188 һайлау участкаһында уҙғарыла, тип аңлаттылар БР Үҙәк һайлау комиссияһында. Атап әйткәндә, Межгорье ҡалаһында ябыҡ административ-территориаль берәмек Советы депутаттарының төп һайлауҙарында, өс ҡала округы (Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский) Советы депутаттарының өҫтәмә һайлауҙарында; өс ҡала биләмәһе (Благовещен, Мәләүез, Учалы) Советтары депутаттарының өҫтәмә һайлауҙарында, 12 муниципаль район Советтары депутаттарының өҫтәмә һайлауҙарында. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, урындағы һайлауҙарҙа 43 депутат мандатын ҡатнаштырыу планлаштырыла.