10 декабрь, Шәмбе

03 сентябрь 2014 йыл, 10:50

Республика сөгөлдөрсөләре тамыраҙыҡтарын йыйыу алдынан осрашты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шишәмбе, 2 сентябрҙә, Бүздәк районында шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу һәм әҙерләү буйынса республика семинары уҙҙы. Унда 24 сөгөлдөр сәсеүсе райондың идаралыҡ начальниктары, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

Республикала 49,5 мең гектар майҙанда татлы тамыраҙыҡ йыйыу эше тора. Гектарынан уртаса 281 центнер алыу күҙаллана. 1 сентябргә тамыраҙыҡтарҙың уртаса ауырлығы 435 грамм тәшкил итә, ул былтырғы күрһәткестәрҙән 12 грамға күберәк. Иң күп уңыш Шишмә, Благовар, Бүздәк, Саҡмағош райондарында көтөлә. Бер сөгөлдөр йыйыу комбайнына йөк юғары булып ҡала – 320 гектар. Бөтә техниканы һөҙөмтәле файҙаланыуҙы иҫәпкә алғанда шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу эштәрен ике айҙа тамамларға кәрәк, тип хәбәр итте кәңәшмәлә БР ауыл хужалығы министры Николай Коваленко.

Мәләүездә, Раевкала һәм Шишмәлә өс шәкәр заводы сеймал ҡабул итеүгә хужалыҡтар менән килешеү төҙөүҙе тамамлай. Яңыртыу эштәре сәбәпле Шишмә заводы эшкәртеүҙе 15 сентябрҙә, ҡалған ике завод тамыраҙыҡтарҙы киләһе аҙнанан ҡабул итә башлай.

Семинарҙа ҡатнашыусылар алдында ғалимдар, сөгөрдөрҙө йыйыуға әҙерлек барышы тураһында мәғлүмәт менән Благовар, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы райондарының идаралыҡ начальниктары, шулай уҡ шәкәр заводы етәкселәре сығыш яһаны, үҙ тәжрибәһе менән хужалыҡ етәкселәре уртаҡлашты.

Семинарға йомғаҡ яһап, ауыл хужалығы министры сөгөлдөрҙө бөгөндән ҡаҙа башларға саҡырҙы, сөнки сентябрҙең һуңында ҡар яуыуы ихтимал.

Семинарҙың теоретик өлөшөндә уның ҡатнашыусылары райондың эре сөгөлдөр үҫтереүсе хужалыҡтарының береһендә – «Нерал-Бүздәк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү шарттары һәм йыйыу техникаһы менән танышты, тип хәбәр иттеләр «Бүздәк яңылыҡтары» гәзите редакцияһында.